Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Май 2025, 14:05

Организмға йод етмәгәндә...

Башҡортостан халҡында  йод етешмәү 70 процентында күҙәтелә. Был элемент етешмәү ҡалҡан биҙе ауырыуҙарына килтереүе мөмкин. Был хаҡта  Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының табип-эндокринологы Ләйсән Ғарипова һөйләне.

Организмға йод етмәгәндә...Организмға йод етмәгәндә...
Организмға йод етмәгәндә...

Белгес, ҡалҡан биҙе тиреоид гормондары — ТЗ (трийодтиронин) һәм Т4 (тироксин) етештереү өсөн яуаплы, уларҙы синтезлау өсөн йод кәрәк, тип иҫкә төшөрҙө. Был гормондар матдәләр алмашыныуын, энергия балансын һәм хатта эмоциональ торошон көйләй. Йод етешмәһә, был гормондарҙың синтезы боҙолоуы ихтимал, был һаулыҡ өсөн етди эҙемтәләргә килтерә. Йод етешмәүсәнлегенең сиктән тыш дәрәжәһе гипотиреоз формаһында сағыла. Организмда тиреоид гормондары кимәле ҡырҡа кәмей. Дауаланмаһа, йөрәк эшмәкәрлегенең ауыр боҙолоуына, йөрәк етешмәүсәнлегенә, бөтә алмашыу процестарының тотҡарланыуына килтереүе ихтимал.

Ауырыуҙың башында, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр ялыуҙар билдәләмәй. Артабан  ҡалҡан биҙе ҙурлығы һиҙелерлек артҡанда муйындың күрше структураларын ҡыҫыу билдәләре барлыҡҡа килә: йотҡанда тамаҡта төйөр бар һымаҡ тойола, йотоу ауырлаша, хәлһеҙлек, хроник йоҡоһоҙлоҡ барлыҡҡа килә, баш ауырта, тире ҡоролоғо, тырнаҡтарҙың һыныҡлығы күҙәтелә. Иң ауыр йод етешмәү ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефе төркөмөндә йөклө, имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар бар.

Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында Ләйсән Ғарипова йодланған тоҙҙо ҡулланырға, әммә уны әҙер ризыҡтарға, салатҡа ҡушырға кәңәш итә. Сөнки йылытҡанда йод парға әйләнә. Рационда диңгеҙ продукттары, диңгеҙ кәбеҫтәһе, балыҡ (аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла) булырға тейеш. Емеш-еләк араһынан хурма һәм фейхоа файҙалы, сөнки улар йодтың тәбиғи сығанағы булып тора.

Организмға йод етмәгәндә...
Организмға йод етмәгәндә...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас