

Ҡартайғанда ла айыҡ аҡылды һаҡлау өсөн биш ысул
Эксперттар әйтеүенсә, телдәрҙе өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнау һәм ҡатмарлы текстарҙы уҡыу хәтерҙе һәм иғтибарҙы нығыта, «когнитив резерв» булдыра. Ә бына кроссвордтар һәм шаблонлы башватҡыстар һөҙөмтәһеҙ - принципиаль яңы күнекмәләрҙе үҙләштереү күпкә файҙалыраҡ. Йөҙөү, йөрөү, велосипед спорты мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта һәм нервы күҙәнәктәренең үҫеүен стимуллаштыра. Әммә артыҡ тырышлыҡ һалмау мөһим: артыҡ кардионагрузка зыян килтереүе ихтимал. Иң яҡшы вариант -уртаса көс күнекмәләре һәм бейеү, улар мейе бүлектәренең бәйләнештәрен нығыта.
Майлы балыҡ, сәтләүек, еләк һәм йәшелсә мейе ҡартайыуын тотҡарлай, ә бына фастфуд һәм тәм-том уны тиҙләтә. Трансмайҙар айырыуса хәүефле - улар деменцияға килтереүсе зарарлы майлы төйөрҙәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
40-50 йәштә үк баш мейеһе тураһында хәстәрлек күрә башлағыҙ, ул саҡта мейе һығылмалылығы юғары. Әммә һуңыраҡ йәштә лә алға китеш мөмкин, әммә күберәк көс талап ителә. Сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем аҡыл һәм ныҡлы социаль бәйләнештәр - һәр йәштәге асыҡ фекерләүҙең төп асҡысы. Ә үҙеңде бөгөн үк ҡайғырта башларға кәрәк!