Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Сентябрь 2025, 09:55

Көҙгө депрессияға бирешмәгеҙ

Психотерапевттар, медицинала «көҙгө депрессия» төшөнсәһе бөтөнләй юҡ, тип һанай. Медицинала ә «сезонлы аффектив боҙоу» тигән төшөнсә бар. Ул көҙ-ҡыш айҙарында башланып, кәйеф, энергия төшөү, мотивация юғалтыу кеүек симптомдар менән билдәләнә һәм депрессияның бер төрө булып һанала. Был – диагноз, һәм ул махсус критерийҙар буйынса ҡуйылған. Кешенең кәйефендә һәм халәтендә көҙгө осорҙа күҙәтелә торған үҙгәрештәрҙең төплө, ғилми яҡтан аңлатыла торған сәбәбе бар. Улар физиологик яҡтан – ҡояш яҡтылығы етмәү, гормональ үҙгәрештәр һәм тормош ритмы үҙгәреүгә бәйле. Физиологик процесстар психикаға туранан-тура тәьҫир итә, сөнки химик һәм нерв системаһындағы үҙгәрештәр кешенең кәйефен, рухи халәтен билдәләй. Шулай итеп, «көҙгө депрессия» – уйлап сығарылған арттырып йәки һөйләнә торған осраҡ түгел, ә организмдағы тәбиғи үҙгәрештәргә бәйле процесс. Нисек кәйефте күтәрергә?

Аяҙ, матур көндә яҡты, сағыу кейем кәйефкә ыңғай йоғонто яһай, кәйефте күтәрә. Тәмле итеп ашау ҙа бик мөһим. Ләкин ҡайһы бер кешеләр татлы ашауҙы, тиҙ үҙләштерелә торған углеводлы ризыҡтарҙы  бай тип аңлай. Был осраҡта дөрөҫ туҡланыу ғына ярҙам итә. Витаминдар һәм минералдарға бай  булған балыҡ, банан, йомортҡа, сикләүҙәр һәм йәшелсәләр – һәм серотонин дофамин, йәғни бәхет гормондарын етештереүҙе стимуллаштыра һәм кәйефте күтәрә.
Йәйәү йөрөү һәм хәрәкәт итеү ярҙам итә, медитация, тын алыу практикалары ла файҙалы. Мәҫәлән, икегә тиклем һанап һулыш алыу, алтыға тиклем һанап һулыш алыу техникаһы – тынысланыу өсөн ябай һәм һөҙөмтәле ысул. Ул нерв системаһын тынысландыра, стрессты кәметә һәм йөрәк тибешен яйға һала. Был осорҙа күңелде күтәрә торған, беренсе ҡарашҡа ваҡ-төйәк тойолған эштәрҙе планлаштыру да мөһим. Миҫал өсөн, яҡшы фильм ҡарау, үҙеңдең яратҡан ризығыңды бешереү, кафеға барыу, дуҫтар менән ҡаршы алыу, өйҙә ҙур булмаған үҙгәрештәр индереү һ.б.

Медицина күҙлегенән ҡараһаҡ, көҙгө күңел төшөнкөлөгө организмда D витамины дәрәжәһенә лә бәйле. Табибтар әйтеүенсә, йәй көнө беҙ был витаминды оҙаҡ ваҡыт ҡояшта йөреп туплайбыҙ. Шуның өсөн йылы, яҡты осорҙа кеше һирәгерәк ауырый. Ниндәй генә тиһәң дә, D витамины организмдағы барлыҡ системаларҙы яйга һалыуҙа ҡатнаша. Ә был витаминдың кәмеүе хәлһеҙлек, тиҙ арыу, апатия, иммунитет төшөүгә килтерә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас