Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Ноябрь 2025, 11:05

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын әҙерәү ысулы

Дәүләтҡол ауылында йәшәгән 93 йәшлек Вәлиән Дилмөхәмәтовтың кесе ҡыҙы Әлифә ханымдан еңел генә ҡабаҡ һуты эшләү сере.

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын  әҙерәү ысулыҠышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын  әҙерәү ысулы
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын әҙерәү ысулы

Дүрт литрға яҡын һут әҙерләр өсөн кило ярымдай ҡабаҡ,  2,5 литр һыу, 170 грамм шәкәр, ике апельсин һәм бер лимон һуты кәрәк буласаҡ.

Ҡабаҡты таҙартып, киҫкеләгәс, һыу өҫтәгәндән һуң ҡайнатырға ҡуябыҙ. Өҫкә ҡалҡҡан күбеген йыйып ташларға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, 20 минуттай утта тотҡас, блендер менән иҙергә лә шәкәр өҫтәргә. Лимон һәм апельсиндың һутын һыҡҡандан һуң, сетка аша һөҙөп өҫтәгәндән һуң тағы ҡайнатып сығарабыҙ. Стерилле банкала һаҡларға.

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын  әҙерәү ысулы
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һутын әҙерәү ысулы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас