Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
14 Ноябрь 2025, 12:00

Көн дә смамалап сәтләүек ашау йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртергә ярҙам итә

Кешью составында файҙалы майҙар, минералдар һәм антиоксиданттар бар.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары  донъялағы иң етди проблемаларҙың береһе булып тора, әммә хатта туҡланыу рационындағы бәләкәй генә үҙгәрештәр ҙә уларҙың барлыҡҡа килеүен иҫкәртә ала. Шираз медицина фәндәре университеты (Иран) ғалимдары иҫбатлауынса, майлы һәм туҡлыҡлы матдәләргә бай кешью сәтләүегендә йөрәк өсөн файҙалы майҙар, магний һәм калий кеүек минералдар, шулай уҡ ҡеүәтле антиоксиданттар бар.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сирҙе иҫкәртеү төп өҫтөнлөк булып тора. Гиперлипидемия һәм гипертония — сир үҫешенең төп факторҙары, әммә уларҙы диета һәм йәшәү рәүешен үҙгәртеү ярҙамында төҙәтергә мөмкин. Иран ғалимдарының метаанализы маҡсаты-кешью сәтләүеге ҡулланыуҙың ҡандағы липидтар кимәленә һәм ҡан баҫымына йоғонтоһон баһалау. Клиник тикшеренеүҙәр буйынса кешью сәтләүегенең ҡандағы липид кимәленә, ҡан баҫымына йәки икеһенә лә бер үк ваҡытта йоғонтоһо баһалана.

Кешью зәйтүн майында һәм авокадола булған  майҙарға бай. Был майҙар зарарлы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Холестериндың баланслы кимәле, үҙ сиратында, артерияларҙа төйөрҙәр барлыҡҡа килеүен кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта һәм йөрәктең ишемия ауырыуы хәүефен кәметә. Эшкәртелгән аҙыҡ-түлектә һәм ҡыҙыл иттә булған майҙарҙан айырмалы рәүештә, кешьюлағы майҙар ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һаҡлай һәм шешеүҙе кәметә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас