

«Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яңы йылға яҡын төбәккә һыуыҡтар килә. 31 декабрҙә төндә -21, көндөҙ -18 градус булыуы фаразлана. Яңы йыл төнөндә лә һыуыҡ буласаҡ — синоптиктар 22 градус вәғәҙәләй. 1 ғинуарҙа көндөҙ -15 градус булыуы көтөлә. Яңы йыл каникулдарында һыуыҡтар сигенмәйәсәк. Көндөҙ -10-17 градус, төндә -13-20 градус булыуы фаразлана.