

Ҡытай астрологияһында ат хәрәкәт, азатлыҡ һәм эске ут символы булып тора. Ул үҙгәрештәрҙе, үҫешкә ынтылышты һәм юғары эмоционаллекте кәүҙәләндерә. Ут стихияһы аттың энергияһын көсәйтә, уны үҙгәрештәргә ҡеүәтле импульсҡа әйләндерә. Йыл төҫө - ҡыҙыл. Ул йәшәү көсөн, дәртен, сәскә атыуын һәм энергияһын кәүҙәләндерә.
Ҡыҙыл Утлы йылҡы йылында эш алмаштырыу, яңы проекттар башлау, күсеп йөрөү, сәйәхәт итеү өсөн уңайлы. Әүҙемлек һәм эшҡыуарлыҡҡа ҡағылғанда, яуаплылыҡ алырға һәм тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә белеү мөһим. Ут стихияһы кешеләрҙә көслө эмоциялар уята, азат итә.
Ут стихияһы табыш та, финанс ауырлыҡтарҙы ла килтерергә мөмкин. Инвестициялар һалыуҙа һәм сығымдарҙа һаҡлыҡ күрһәтеү мөһим.
Ат йылы актив ғәмәлдәргә әҙер һәм тәүәккәлдәр өсөн уңайлы, әммә ҡарарҙарҙың, бигерәк тә финанска ҡағылыусы ҡарарҙарҙың, ихтимал булған һөҙөмтәләрен ентекләп анализларға кәрәк.
Йылдың эмоциональ фоны шәхси мөнәсәбәттәргә лә йоғонто яһауы бар. Кешеләр яҡты һәм дәртле кисерештәргә ынтыласаҡ, был бәйләнештәрҙе нығытыуға ла, конфликттарға ла килтереүе мөмкин. Сабырлыҡ һәм аңлау, импульсив эш-ғәмәлдәрҙән ҡасыу һәм мөнәсәбәттәрҙә гармонияға ынтылыу мөһим.