Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
11 Декабрь 2025, 10:00

Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...

Ер йөҙөндә 2,2 миллиард самаһы кеше күҙ ауырыуҙарынан интегә. 45 миллион кеше һуҡырлыҡ диагнозы менән йәшәй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре шулай тип саң һуға. Күҙҙәр сәләмәт булһын өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға?

Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...
Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...

- Ваҡ портрет, текстка текәлеп ултырғанда күҙ бик ныҡ арый. Шул сәбәпле йыш ҡына кешенең күреүе лә насарлана. Шуға күрә оҙаҡ ваҡыт телефонға текәлеп, уҡып ултырыуҙан тыйылырға кәрәк. Балаларға ла төрлө йәнһүрәт, кино, роликтарҙы оло экрандан күрһәтһәң, яҡшыраҡ буласаҡ.

– Ноутбук йәки компьютер экраны иң бәләкәй тигәндә 50-60 см, ә телевизор 2-3 метр өҫтәрәк булырға тейеш.

– Күҙҙәрҙе ял иттереп алырға ла онотмағыҙ. 40-45 минут компьютерҙа шөғөлләнгәс, 10-15 минут күҙгә гимнастика яһап алығыҙ. Бының өсөн: аҫҡа-өҫкә, һул яҡта-уң яҡҡа ҡарарға, күҙҙе түңәрәк буйлап әйләндерергә кәрәк. Тағы бер ысул: тәҙрә янына баҫыгыз ла ҡәләм йәки фломастер менән  бер нөктә төртөгөҙ. Йыраҡҡа ҡарап  алғас, ҡарашығыҙҙы шул нөктәгә йүнәлтегеҙ. Шулай бер нисә тапҡыр эш итеү күҙ мускулдарында көсөргәнеште бөтөрә.

– Йоҡо режимы боҙоу күҙ нервынан кире йоғонто яһай. Шуға күрә ваҡытында йоҡларға тырышығыҙ.

– А, Е, С витаминдарына бай ризыҡтар (кишер, ҡурай еләге, брокколи, шпинат, еләк-емештәр, балыҡ, ноҡот борсағы борсағы һ.б.) ашағыҙ.

– Йылға бер тапҡыр булһа ла күҙ табибына күренеп ҡайтһағыҙ ла зыян итмәҫ.

Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...
Күҙҙәреңә бер ҡарауым етә...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас