

Ҡыяр йәки ҡабаҡтың нәҙек киҫәктәренә йәшелсә һәм ҡыҙыл икра һалынған канапе йәки йәшелсә рулеты эшләгеҙ, оливье салатында майонезды йогурт менән алмаштырығыҙ, йәшел ҡыяр, болгар боросо һәм сағыулыҡ өсөн гранат емеше булһын.
Авокадо, помидор һәм фета менән эшләнгән салатты йыл хужаһы хуплаясаҡ. Алма, апельсин, кишер кеүек йәшелсә, емеш-еләкте һәм сәтләүекле сырҙы йыл хужаһы энергия һәм муллыҡ килтерә тип иҫәпләй.
Эҫе ризыҡтарҙан бешкән тауыҡ йәки күркәгә, лимон һәм тәмләткестәр менән бешерелгән балыҡҡа, ә гарнирға йәшелсә менән картуфҡа, йәшелсә менән киноа, шулай уҡ ябай ярманан бешерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәсәк. .”Утлы” акцент өсөн ризыҡҡа чили, куркума кеүек тәмләткестәр өҫтәгеҙ.
Эсемлектәрҙән баллы имбирь сәйе, йылылыҡ өсөн алкоголһеҙ глитвейн яҡшы.
Өҫтәлде ҡыҙыл салфетка, шәм менән биҙәгеҙ.