Ит турағысты ҡулланырға яратманы, сөнки тимер тәме аҙ булһа ла иткә күсеп, тәмен үҙгәртә ти торғайны. Икенсенән, табаҡта турағанда ит киҫәктәре эрерәк була, тимәк, иттең структураһы ла һаҡлана. Белгестәр раҫлауынса, үтә ваҡланғанға ҡарағанда, эрерәк киҫәкле ризыҡ кеше организмы өсөн файҙалыраҡ.
Тултырма өсөн әҙер иҙмәне осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар, сөнки бешкәндә эслек бүртә һәм эсәк ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалаһың. Ҡайнап сыҡҡас та, әйләндереп-әйләндереп, дүрт-биш урындан нәҙек энә менән тишкеләйһең. Был тултырма һытылмаһын өсөн эшләнә. Бер сәғәттә тултырма бешеп өлгөрә. Табынға эҫе көйө бүлгеләп ултырталар. Тәпке менән туралған тултырма, ысынлап та, тәмле лә, һутлы ла була. Хәҙерге ваҡытта беҙ еңел булһын өсөн үпкә-бауырҙы, йөрәк, майҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ, һуған йәки һарымһаҡ ҡушабыҙ. Шулай уҡ ярты стакан бүрттерелгән дөгө ярмаһын өҫтәһәң, тултырманың майын һура, уға йәм һәм тәм бирә. Борос, тоҙҙо һәр кем үҙе теләгәнсә самалап һала.