

Үлсәү тик тыныс хәлдә генә үткәрелергә тейеш. Республика кардиология үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәре менән идара итеү үҙәге мөдире, табип-кардиолог Алина Харасова ҡан баҫымын дөрөҫ үлсәү буйынса кәңәш бирҙе. Белгес билдәләүенсә, үлсәү тик тыныс хәлдә генә үткәрелергә тейеш, бының өсөн процедура алдынан кәмендә тыныс ҡына биш минут ултырып торорға кәрәк, ә ашағандан һуң, физик йәки эмоциональ көсөргәнеш кисергәндән һуң ял итеү ваҡытын 15 минутҡа тиклем арттырырға кәрәк. Баҫымды ултырған килеш, арҡаһын ултырғыстың арҡаһына таянып, ҡулды ҡаты өҫкө йөҙгә ҡуйып һәм процесс барышында һөйләшеүҙән һәм хәрәкәттәрҙән тыйылып үлсәү генә кәрәк. Тонометр манжеткаһы яурында, терһәк бөгөлөнән ике сантиметрға юғарыраҡ урынлаштырылырға тейеш.
Тәүге үлсәүҙә кардиолог ике ҡулында ла үлсәү үткәрергә, ә артабан контроль өсөн юғарыраҡ һөҙөмтә теркәлгән ҡулды ҡулланырға кәңәш итә. Гипертония диагнозы ҡуйылған пациенттарға Алина Харасова тонометр күрһәткестәрен яҙып алып, үҙ-үҙеңде контролдә тотоу көндәлеген алып барырға кәңәш итә, өҫтәүенә объектив картина алыу өсөн үлсәүҙәрҙе көн һайын бер үк ваҡытта үткәреү яҡшыраҡ.