

40 йәшлек ир Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптарына етди сир менән мөрәжәғәт итте — уның тиреһе сабыртып ҡабырсыҡлана. Ир һуңғы өс айҙа сир менән яфалана һәм арҡаһы һәм быуындары ауыртыуына зарлана. "Табип-ревматологтар псориатик артрит, спондилит, тире псориазы диагнозын ҡуя. Был ауырыуҙың аныҡ сәбәптәре билдәһеҙ. Ул генетик бирешеүсәнлек һәм провокацион факторҙар ҡатнашлығында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләнә. Уларға бактериаль, вируслы инфекциялар, иммунодефицит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары, психоэмоциональ стресс, эндокрин факторҙар һәм башҡалар инә ала», — тип аңлатма бирҙеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.Бындай мәкерле ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоу мөмкин түгел, ул, тәү сиратта, ауыртыу һәм эстетик булмаған күренеш тыуҙыра. Әммә Өфө табиптары ныҡлы ремиссияға өлгәшә алды. Терапияны заманса ген-инженер препараты менән үткәрәләр. Икенсе көндө үк яҡшыртыуҙар һиҙелә, ә дүрт аҙна эсендә тире псориазы туҡтатыла.