

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был иң киң таралған схемаларҙың береһе. Ул ышандыра, сөнки ғәҙәти көнкүреш мәсьәләләргә ҡағыла, бик дөрөҫ күренә һәм хәүеф тыуҙырмай. Шуны аңлау мөһим: СМС-кодтарҙың домофондарға ҡағылышы юҡ – уларҙы бер ҡасан да бер кемгә лә әйтергә ярамай.
Алданмаҫ өсөн, телефонығыҙҙа идарасы компанияның йәки Торлаҡ хужалары ширҡәте рәйесенең элемтә һандарын һаҡлағыҙ. Шул саҡта шикле шылтыратыуҙарҙы тиҙ арала тикшерә аласаҡһығыҙ.