

Өфөлә йәшәгән 65 йәшлек ҡатын мутлашыусылар ҡорбанына әйләнгән. Уғрылар уға идара итеүсе компания булып шылтыратып, домофонды алмаштырыу һылтауы менән смс-тан кодты әйтеүен һорайҙар. Һуңынан ҡатынға махсус хеҙмәттәр вәкилдәре шылтырата башлай. Улар ҡатын-ҡыҙҙы сит илдәргә ярҙам итеүҙә ғәйепләй һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә күндерә. Ҡатын яңы машинаһын ҙур ташлама менән һатып, 1,7 миллион һум аҡсаһын улар иҫәбенә күсерә. Шулай уҡ ул банктан өс миллион һумдан ашыу аҡса алып, шулай уҡ мутлашыусыларға ебәрә. Енәйәтселәр бәйләнешкә сыҡмағас ҡына, ҡатын алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында иҫкә төшөрөүҙәренсә, дәүләт учреждениеларының ысын хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да СМС-хәбәрҙәрҙән кодтар һәм телефон аша шәхси мәғлүмәттәр һорамай. Әгәр һеҙгә таныш булмаған номерҙан шылтыратып, кодты смс-хәбәрҙән атауҙы талап итһәләр, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ.