Халыҡ медицинаһы менән дауалаусыларға махсус лицензия кәрәк буласаҡ

Башҡа төбәктәрҙә алынған рөхсәт хәҙер республика биләмәһендә ғәмәлдә түгел.

Халыҡ медицинаһы менән дауалаусыларға махсус лицензия кәрәк буласаҡХалыҡ медицинаһы менән дауалаусыларға махсус лицензия кәрәк буласаҡ
Халыҡ медицинаһы менән дауалаусыларға махсус лицензия кәрәк буласаҡ

Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған. Яңы талаптарға ярашлы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең власть органы биргән халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүгә рөхсәт хәҙер республикала ғәмәлдә түгел. Легаль эш өсөн дауалаусыларға туранан-тура төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан рөхсәт алырға кәрәк. Рөхсәт министрлыҡтың рәсми бланкыһында аныҡ дауалау ысулдарын күрһәтеп рәсмиләштереләсәк. Уны алыу өсөн кандидаттарға квалификацияһын рәсми раҫлау, уҡыу тураһында дипломдар биреү, шулай уҡ пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн биналар булдырыу талап ителә. Бынан тыш, башҡортостанда эшләүсе легаль халыҡ дауалаусыларын иҫәпкә алыу журналы министрлыҡ сайтында асыҡ ҡулланылышта урынлаштырыласаҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас