

30 июлдә Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ бөтә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ урыны менән секундына 15-20 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә +16...+21° тиклем төшә, көндөҙ +25++30° тиклем күтәрелә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа + 35°тиклем. Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк буласаҡ. Өфөлә синоптиктар аяҙлы-болотло һауа торошон фаразлай. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Көньяҡ-көнбайыш ел иҫә, секундына 3-8 метр, урыны менән секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.Төндә һауа +18...+20° тиклем һыуыта, көндөҙ +27...+29°тиклем йылына.