

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса дежур бүлегенә 56 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәргә ышанып, ул аҡсаһыҙ ҡалған.
Мутлашыусылар менән тәүге бәйләнеш ағымдағы йылдың июлендә булған. Мессенджерҙарҙың береһендә ғариза биреүсегә сит кешенән хәбәр килгән. Бер нисә аҙна дауамында яңы әңгәмәсе маҡсатлы рәүештә ышаныслы мөнәсәбәттәр булдырыу өҫтөндә эшләгән: хәл-әхүәл һорашҡан, кәңәштәр биргән. Һуңыраҡ ул трейдер аша ябыҡ сауҙа майҙансығына инеү мөмкинлеге барлығын хәбәр иткән һәм ҡатынды бәләкәй генә аҡса һалырға маташырға күндергән.
Тәүге инвестицияларҙан һуң ҡатын-ҡыҙға «бәхет» йылмайған. Был факт уның уяулығын йоҡлатҡан һәм уңышҡа ышанысын нығытҡан. Артабан мутлашыусы кредитты рәсмиләштереүҙе һәм бөтә аҡсаны инвестиция портфеленә индеререргә күндергән. Уның күрһәтмәләренә ярашлы, зыян күреүсе мутлашыусылар иҫәбенә 800 мең һум самаһы аҡса күсергән.
Һуңыраҡ мутлашыусылар премия тарифына инеү өсөн өҫтәмә инвестициялар кәрәклеген хәбәр иткән. Шул саҡта ғына ҡатындың күңелендә шик тыуған. Ә яңы танышы менән бәйләнеш өҙөлөп, уның аккаунты юйылып, ә дөйөм инвестиция чатындағы «куратор» яуап бирмәй башлағас, алданғанын аңлаған ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Гәзит уҡыусылар! Аҡса һәм документаль операциялар алдынан туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ! Үҙегеҙҙе, аҡсағыҙҙы һәм нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ!