Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
14 Август , 11:00

Ҡауындың иң тәмлеһен һайлай беләһегеҙме?

Магазин кәштәләрендә ҡарбуздың бер нисә сорттарын осратырға мөмкин: традицион «Торпед» һәм «Колхозниц» тан алып «Гуляби» йәки «Ромашка»тибындағы экзотик төрҙәргә тиклем. Ҡарбузды һатып алыуҙың оптималь ваҡыты - август һәм сентябрҙең беренсе яртыһы, Рәсәйҙең көньяғында уның тәбиғи өлгөрөү миҙгеле тип һанала. Элекке сорттарҙы йыш ҡына үҫеүҙе тиҙләтеү өсөн ашламалар артыҡ булған теплицаларҙа үҫтерәләр. Уларҙы йыш ҡына ваҡытынан алда йолҡоп алалар, улар һыулы һәм тәмһеҙ булырға мөмкин.

Ҡауындың иң тәмлеһен һайлай беләһегеҙме?Ҡауындың иң тәмлеһен һайлай беләһегеҙме?
Ҡауындың иң тәмлеһен һайлай беләһегеҙме?

Хуш еҫ бөркөлөп торған тәмле-татлы ҡауынды кем генә яратмай икән?! Хәйер, беҙ уның тәме һәм хуш еҫенә генә түгел, файҙалы үҙенсәлектәренә лә мөкиббән. Емеш ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, кәйефте күтәрә.

Ҡауын һайлағанда нимәләргә иғтибар итергә һуң?

Ҡабығының төҫө һәм тышҡы “ҡиәфәте”нә.

Ваҡ селтәрҙәр менән ҡапланған асыҡ һары төҫтә ул. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙәре лә – һарғылт төҫтә. Тышы йәшкелтерәк төҫтә икән, емеш тулыһынса өлгөрөп етмәгән, тимәк. Тышындағы буй-буй бураҙналар һанына иғтибар итегеҙ: уларҙың һаны ни ҡәҙәр күберәк булһа, емеш шул тиклем татлыраҡ. Ҡауын тышында таптар, ярылған урындарҙың бармы-юҡмы икәнен ҡарағыҙ. Таптары емештең инде әкренләп яраҡһыҙға сығып барыуы тураһында һөйләй. Ярылыуы иһә – артыҡ өлгөрөү билдәһе: ярыҡтар аша емеш йомшағына төрлө вирустар, туҙан һәм бысраҡ эләгергә мөмкин.

Тығыҙлығына.

Сифатлы, һәйбәт ҡауын ҡаты булырға тейеш. Ҡулға алғас, йомшаҡ икәнен тойһағыҙ, унан баш тартығыҙ. Артыҡ өлгөргән һәм әкренләп боҙола башлаған тигән һүҙ. Шулай уҡ таш кеүек ҡап-ҡаты емешкә лә ҡыҙыҡмау хәйерле – уның өлгөрөп етмәгәнлеген аңлата был.

Хуш еҫенә.

Һайлағанда, ҡауынды еҫкәп ҡарауҙың бер ниндәй ояты юҡ. Нәҡ бына хуш еҫе уның, ысынлап та, бик татлы икәнен күрһәтә.

Ҡойроғона.

Тейешле шарттарҙа өлгөрөп, үҙ ваҡытында йыйып алынған ҡауындың ҡойроғо кипкән була. Йәшел ҡойроҡлоһон алырға кәрәкмәй, сөнки бындай төҫтәге ҡойроҡ өлгөрөп етмәгәнлекте аңлата.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас