

Портулактың йәш үҫентеһе, япраҡ һәм һабағы аш-һыуҙа ҡулланыла. Улар һутлы, бер аҙ әсе, шпинатҡа оҡшаған. Портулактан әсе салат, һурпа, пюре, ит ризыҡтарына тәмләткес әҙерләйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа тоҙлайҙар һәм маринадлайҙар. Уның һутын смузиға өҫтәп йәки унан яңы эсемлек әҙерләп була.
Халыҡ медицинаһында портулак бөйөр, бауыр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында ҡулланылған. Тик баҡса портулагын гипертония һәм быуын ауырыуы ваҡытында ашарға кәңәш ителмәй.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.