Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
24 Август , 12:00

Сөгөлдөр япрағынан аш бешереп ашағанығыҙ булдымы?

Беҙ бәләкәй саҡта йәйге каникулға күпләп ҡайтҡан  балаларҙы ашнаҡсы апайым ошо витаминлы аш менән һыйлай торғайны.

Сөгөлдөр япрағынан аш бешереп ашағанығыҙ булдымы?Сөгөлдөр япрағынан аш бешереп ашағанығыҙ булдымы?
Сөгөлдөр япрағынан аш бешереп ашағанығыҙ булдымы?

Сөгөлдөр, кишерҙең йәш япраҡтарын турап йәшелсә ашы бешерә торғайны. Ҡаймаҡ туғып биргән аштан бер кемдең дә баш тартҡанын хәтерләмәйем: балалар телде йоторлоҡ тәмле ашты икешәр тәрилкә ашай торғайны.

 Сөгөлдөрҙөң йәш япрағын ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡалдырырға ла мөмкин. Ваҡ итеп киҫелгән йомшаҡ һабаҡ-япраҡты ҡайнар һыуға 2 минутҡа төшөргәндән һуң  шунда уҡ һалҡын һыуға һалырға кәрәк. Туңдырыу алдынан бындай ҡыҫҡа бланшировка ферменттарҙың тәьҫирен туҡтатырға ярҙам итә. Уларҙы махсус рәүештә бер кәстрүлгә етерлек итеп самалап туңдырыу ҡулай. Ҡышҡыһын борщ, сөгөлдөр, йәшелсә һурпаһына бик ярап бара.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас