Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
25 Августа , 12:05

1 сентябрҙән поезға билет һатып алыу ҡағиҙәләре нисек үҙгәрә

2026 йылдың 1 сентябренән тимер юл транспорты тураһында ҡануниәткә үҙгәрештәр көсөнә инә. Поезға билет һатып алғанда хәҙер телефон номерын йәки электрон почта адресын күрһәтергә кәрәк. Ташыусылар уларҙы поездың туҡтатылыуы, маршруттың үҙгәреүе йәки составтың алмашыныуы тураһында мәғлүмәт биреү өсөн ҡулланырға тейеш.

1 сентябрҙән поезға билет һатып алыу ҡағиҙәләре нисек үҙгәрә1 сентябрҙән поезға билет һатып алыу ҡағиҙәләре нисек үҙгәрә
1 сентябрҙән поезға билет һатып алыу ҡағиҙәләре нисек үҙгәрә

Шулай уҡ инвалид пассажирҙар өсөн махсус урындарҙы рәсмиләштереү процесы ла үҙгәрәсәк — раҫлаусы документтар күрһәтеү кәрәкмәй, система льготаға хоҡуҡты автоматик рәүештә тикшерә. Бындай урындарға кресло-коляскаға мохтаждар өҫтөнлөк аласаҡ. Оҙатыусылар пассажир менән бергә йөрөмәйенсә махсус урындарға билет һатып алыу мөмкинлеген юғалта.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас