

Үҫемлек ҡабаттан сәскә ата икән, киләһе сезонға запасын сарыф итә тигәнде аңлата. Һөҙөмтәлә киләһе йылда уңыш кәмеүе ихтимал. Шуға ла көҙөн икенсегә сәскәгә тумалған бөрөләрҙе, йә иһә ботағын ҡыҫҡа ғына итеп өҙөп алығыҙ.
Белгестәр фекеренсә, уларҙың икенсегә сәскә атыуында һауа торошоноң да йоғонтоһо бар. Йәй башында ҡоролоҡ булып, унан башланған көслө ямғырҙар яуыуы ла тәьҫир итеүе мөмкин.
Уларҙың үҫеш циклы агрометееологик шарттарға тығыҙ бәйләнгән. Быйыл йәй юғары температуралы булыуы менән айырылып тоҙо. Шуға күрә күп үҫемлектәр сәскә атып өлгөрҙө. .Ул ҡышҡа ингәндә үҫемлектең сыҙамлығы кәмеүе мөмкин. Шуға күрә япраҡ ҡойғандан һуң, фосфор, калийлы ашлама индерергә кәңәш ителә. Көл ҡулланырға ла була.
Рәсимә Сәлишева фотоһы.