Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
1 Сентябрь , 12:00

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?

Белгестәрҙең яҡынса фаразы буйынса, сентябрҙә төбәктә климат нормаһы тирәһендә йәки унан бер аҙ йылыраҡ булыуы көтөлә, ә яуым-төшөм күләме ғәҙәттәгенән түбәнерәк булыуы ихтимал.

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?
Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?

Айҙың тәүге көндәре йәйге һыҙаттарын һаҡлап ҡаласаҡ. 1 сентябрҙән 4-нә тиклем көндөҙ һауаның йылыныуы +21...+23 градусҡа етәсәк, шул уҡ ваҡытта метеорологтар һиҙелерлек ямғыр вәғәҙә итмәй. Артабан температура фон яйлап кәмей башлай. Уртаса көндөҙ термометр бағанаһы +16-нан +22 градусҡа тиклем күрһәтәсәк, әммә айырым йылы көндәр ҡыҫҡа ваҡытлы йылыныуҙы +23+25 градусҡа тиклем килтереүе ихтимал. Төндә һауа һиҙелерлек һалҡынайта - температура +6 градус+12 градусҡа тиклем төшә.

 Әбейҙәр сыуағы ҡасан көтөлә ? Синоптиктар айҙың һуңғы декадаһы йылы килә тип иҫәпләй. Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән моделдәргә ярашлы, тотороҡло ҡоро һәм йылы ваҡыт республикаға яҡынса 24 сентябрҙән 2 октябргә тиклем килә. Был көндәрҙә уңайлы һауа торошо көтөлә: көндөҙ +16...+21 градус. Оҙайлы ямғырҙар ихтималлығы минималь, ә ел көсһөҙ булыуы фаразлана. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр иҫкәртә: әлеге мәлдән алыҫлашҡан һайын, ихтималлығы ла арта.

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?
Әбейҙәр сыуағы ҡасан башлана?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас