Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
2 Сентября , 10:00

Ҡабаҡтан ике төрлө блюдо

Ҡабағығыҙ быйыл уңһа, уны әҙерләү өсөн тағы бер ысулын өйрәтәбеҙ. Бик ябай һәм тиҙ генә әҙерләнә. 

Ҡабаҡтан ике төрлө блюдоҠабаҡтан ике төрлө блюдо
Ҡабаҡтан ике төрлө блюдо

Бының өсөн 300 грамм тиррәһе тартҡан  ҡабаҡ, өс йомортҡа, стакан ярым һөт, бер стакан он, укроп, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына. 

Ҡабаҡтарҙы йыуып, ҡырабыҙ ҙа барыһын яҡшы итеп туҡып, майланған табала ҡоймаҡ кеүек итеп бешереп алабыҙ.

Икенсе төрлө рецебы ла бар.

Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 гр сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына. 

Ҡабаҡтарҙы йыуып, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡылайбыҙ. 

Бәләкәй генә табаҡта йомортҡа менән ҡаймаҡты һалып туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡалы заливка әҙер.

Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡабаҡ өҫтөнә йомортҡалы заливканы ҡоябыҙ. 

Быларҙың өҫтөнә сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа йәнә бер ҡат ҡабаҡ теҙәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сырҙы һибеп, форманы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 30-35 минутҡа оҙатабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле булһын!

Ҡабаҡтан ике төрлө блюдо
Ҡабаҡтан ике төрлө блюдо
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас