

- Интернет магазин аша бәләкәй үҫенте ебәреү - ғәҙәти күренеш. Сентябрь гортензиялар өсөн беҙҙең төбәктә даими урынға ултырыу өсөн бик үк яҡшы ваҡыт түгел, бигерәк тә 10 сантиметрлы үҫемлектәр тураһында һүҙ барғанда.
Көҙөн асыҡ ергә ултыртҡанда бәләкәй һәм көсһөҙ үҫемлек стресс кисерә. Улар һыуыҡҡа тиклем тамыр йәйә алмаясаҡ һәм ҡышҡыһын һәләк булыуы мөмкин. Иң хәүефһеҙһе - уларға “балалар баҡсаһы” ойоштороу. Туңмай торған бина, ноль градустан плюс биш градусҡа тиклем температуралы подвал, лоджия, гараж булһа ла ярай, идеаль вариант. Унда улар ҡышты тыныс үткәрә.
Баҡсаға сәсеп ҡалдырырға уйлаһағыҙ, ҡар ятҡан һәм яҙын һыу баҫмаған урын һайлағыҙ. Тупрағы ҡоро булһа, бер нисә сәғәткә һыуҙа тотоғоҙ һәм траншея ҡаҙып, һауыты менән соҡорға ултыртығыҙ. Торф, тупраҡ менән күмегеҙ. Гортензияның әсе тупраҡты үҙһенә икәнлеген онотмағыҙ. Тәүге һаҡын төшөү менән, үҫемлектәр ултыртылған траншеяны ҡоро япраҡ, ылыҫлы ағас ботағы, махсус япма менән ҡаплағыҙ. Иң мөһиме – туңып ҡуймаһын.Ҡар - улар өсөн иң йылы юрған.