Файҙалы кәңәштәр
21 Сентября , 11:00

Бешеп өлгөрмәгән йөҙөмдө ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ?

Өлгөрмәгән йөҙөмдән ҡышҡылыҡҡа компот рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бешеп өлгөрмәгән йөҙөмдө ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ?Бешеп өлгөрмәгән йөҙөмдө ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ?
Бешеп өлгөрмәгән йөҙөмдө ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлайһығыҙ?

Уның өсөн  өс литрлы банкыға  300 грамм шәкәр ҡомо, бер килограмм йөҙөм, яҡынса ике литр һыу, лимон цедраһы, бөтнөк йәки хуш еҫле корица  кәрәк буласаҡ.

Йөҙөмдө аҡҡан һыу аҫтында ентекләп йыуырға һәм ботағынан айырырға. Банкаларҙы сода менән ентекләп йыуырға. Йөҙөмдө стерилләнгән банкаларға һалғандан һуң ҡайнаған һыу өҫтәп, стерилле ҡапҡасын япҡан килеш 15 минут тирәһе тоторға.  Һыуын  кире кәстрүлгә ҡойорға ла  шәкәр, теләһәгеҙ тәмләткес ҡушып ҡайнатып алырға. Шәкәре ирегәнсе ҡайнатҡандан һуң, кире ҡайнатып ҡапҡас менән ябырға ла, һыуынғансы йылы япма аҫтында тоторға. Ҡышҡыһын тәмләп эсергә компот әҙер!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас