

Һалҡын тейгәндә бер литр һыуға 25 грамм яран гөлө япрағын һалып, ун минут ҡайтатырға. Бер аҙ һыуынғас тамаҡты сайҡаһаң, ауыртыуҙы баҫа.
Ҡан баҫымы күтәрелгәндә япрағын ҡулда ыуғалап, һуты сыға башлаһа. Беләҙек тәңгәлендә ҡуйып тороу хәлде яҡшырта.
Яран гөлө составындағы эфир майы тирегә лә ыңғай йоғонто яһай: төрлө тимгелдәрҙе бөтөрә, экземаны дауалағанда, янған тирегә төҙәлергә ярҙам итә. Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшегеҙ!