Файҙалы кәңәштәр
16 Октября , 10:00

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләйек

Уны әҙерләү бик ябай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләйекҠышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләйек
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡ һуты әҙерләйек

"Ҡабаҡты ҡабығынан таҙартаһың. Шәкәр шаҡмағынан ҙурыраҡ итеп турайһың. Дүрт килограмм ҡабаҡҡа ярты килограмм шәкәр, ике балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк була. Ҡабаҡты һауытҡа тултырғас, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың. 15-20 минут ҡайнар һыуҙа бешерәһең. Бешкәнен бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға була. Бешкән массаны блендер, йә булмаһа бәрәңге төйә торғаны менән иҙергә. Пюре һымаҡ булғас, шәкәр, кислота ҡушабыҙ. Ҡайһы бер кеше әфлисун һала, мин уның урынына магазин һуты алам. Бер ҡап персик, алма йәки әфлисун һуты ҡушып 10 минутлап ҡайнатаһың да стерилләнгән банкаларға һалып, ябып ултыртаһың. Әсемәй ҙә, ҡапҡасы атылмай ҙа. Баҙға төшөрөп ҡуябыҙ. Ҡыш буйынса эсәбеҙ", - ти Илшат Сибәғәтуллин. 

 

Автор:
Читайте нас