Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2016, 12:10

Коррупция ил үҫешенә аяҡ сала

Республикала коррупцияға ҡаршы комиссия булдырылды һәм әйтергә кәрәк, уңышлы эшләй. Башҡортостанда был нормаларға 13 меңдән ашыу кеше эләгә - улар депутаттар, дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәре.

Республикала коррупцияға ҡаршы комиссия булдырылды һәм әйтергә кәрәк, уңышлы эшләй. Башҡортостанда был нормаларға 13 меңдән ашыу кеше эләгә - улар депутаттар, дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәре.



Дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында 126 кеше коррупция эше буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылған, 3-ө эштән бушатылған.


Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был һан 3,2 процентҡа, ришүәт алыу осрағы 10 процентҡа кәмегән.


Прокуратура йыл башынан коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең 3,5 мең осраҡта боҙолоуын асыҡлаған.


БР Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында: ”Беҙҙең тырышлыҡ йәмғиәттә был хәлгә мөнәсәбәт тамырынан үҙгәрмәйенсә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Коррупция ил үҫешен тотҡарлай. Ул эшҡыуарлыҡҡа ҡамасаулай, эшлекле мөхитте насарайта. Был күренеш менән беҙ арымай- талмай көрәшергә тейеш”, - тине.
Читайте нас: