ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2017, 11:32

Улар матурлыҡты яратмаймы

Йыл башынан республика халҡын шаҡ ҡатырған ваҡиғалар йыш ҡабатлана. Юҡ, юлдағы авариялар, урлашыу, коррупция, янғын да түгел, көн дә ҡабатланғандарына өйрәнеп тә барабыҙ һымаҡ.

Ни сәбәптәндер, Америка сәйәсәте, идеологияһы ағышына ярашлы тарихты, тарихи ваҡиға, һәйкәлдәрҙе юҡ итеү, үҙ файҙаһына ҡулланыу маҡсатында барлыҡҡа килгән вандализм осраҡтары арта. Бөрйән, Баймаҡ райондарындағы социаль учреждениелар, кафе, ауыл мәҙәнәиәт йорттарының тәҙрәләрен ҡырыу, Өфөлә Яҡутов исемендәге парктағы 16 яҡтыртыу лампаһын ватыу, күрше Күмертауҙа хеҙмәт һәм дан монументы, Стәрлетамаҡта Еңеү паркында танк конструкцияһы, зенит пушкаһы һәм “Билдәһеҙ һалдат” һәйкәленә зыян килтереү... Вандалдар асыҡланмай, эҙләһә лә табылмай, һәм, әлбиттә, яуапҡа тарттырылмай.
Яңыраҡ шундайҙар ҡулынан Кочетков урамындағы балалар спорт һәм уйын майҙансығындағы ҡоролмалар ҙа зыян күрҙе. Таҙа һәм заманса мөхит булдырыу маҡсатында республика, район, халыҡтың үҙенән йыйылған аҡсаға төҙөлгән балалар майҙансығы кемдәргәлер оҡшамаған, күрәһең... Программаға ярашлы, 17 күп фатирлы йорт ихатаһында 3 миллион 785 мең һәм 1 миллион 718 мең һумға төҙөләсәк автомобиль парковкалау урындары, 17 спорт һәм балалар майҙансыҡтарын сафҡа тапшырыуға йүнәлтелгән проект, ҡала халҡы, үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк. Хулигандар үҙҙәренең ниндәй енәйәт ҡылыуын аңлаймы икән! РФ Енәйәт Кодексының 214-се статьяһына ярашлы, вандализм өсөн 3 йылға иректән мәхрүм итеү һәм 40 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Һүрәттә: Ошондай матурлыҡты юҡ итергә кемдең ҡулы күтәрелә?
Автор фотоһы.
Читайте нас: