Халыҡ-ара “Мин-автор” балалар һәм йәштәр ижады фестиваленең өс көн дауам иткән йомғаҡлау этабында ҡатнашыу бәхете йылмайған яҡташыбыҙ Римма Шәйәхмәтова “Петуния” шиғырын һөйләп, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Жюри ағзалары уны ижадында матурлыҡ, гүзәллек, гармонияға ынтылышы өсөн бер тауыштан “Мин-автор” балалар һәм йәштәр ижады фестивале лауреаты дипломы менән бүләкләне. Был киләсәктә Риммаға тағы ла илһамланып ижад итергә көс өҫтәне.
8 республика, 14 өлкә, Краснодар, Ставрополь крайы, Белоруссия, Болгария, Әрмәнстан, хатта Тайвандан килеүселәр үҙ һәләтен күрһәтте, сара барышында башҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ойошторолдо, ҡатнашыусылар адрес, телефон номерҙары менән алмашты.
Ошондай кимәлдә үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуға үҙ өлөшөн индергән, ярҙам иткәндәре өсөн Мәләүез район-ҡала Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, район эшҡыуарҙары союзы ағзалары, инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Ринат Дәүләтшинға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
ҺҮРӘТТӘ: Римманың Мәскәүҙә сираттағы еңеүе!
Ҡала урамында төрлө төҫтә,
Һеҙҙе уйлап, һеҙҙе йәлләп,
Һеҙ һаман да шау сәскәлә.