ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2017, 13:06

Воркаут – сәләмәтлек хәрәкәте

Ҡаламәҙәниәт һарайында сәләмәт тормош рәүеше сиктәрендә Башҡортостан воркаутфедерацияһы тарафынан ойошторолған сара үтте.

Унда 450-гә яҡын уҡыусы һәм студент ҡатнашты. Форсаттан файҙаланып, уның етәксеһе Роберт Дәүләтшин менән әңгәмәләштек.
- Роберт, белеүемсә, һин - төрлө яҡтан үҫешкән шәхес. Әле ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
- Әлеге ваҡытта Башҡортостан воркауты федерацияһы урынбаҫарымын. Бынан тыш, Light Bashkorts, БашЭтноФорум, UfaFofum, Айыҡ Башҡортостан тип аталған проекттар авторы.
- Нимә ул воркаут һәм ул ни өсөн кәрәк?
- Воркаут инглиз теленән тренировка, күнекмә тигәнде аңлата. 2006-2008 йылдарҙа АҠШ-та, Европала башланған спорт төрө яйлап Рәсәйҙә лә киң танылыу алды. Совет осоронда ла воркаут бар ине, тик ул «урам гиманастикаһы” тип аталды. Башҡортостан воркауты федерацияһы республика ҡалалары буйлап йөрөйбөҙ. Лекция, мастер-кластар үткәрәбеҙ. Бынан тыш хакимиәт башлыҡтары, урынбаҫарҙары менән осрашыуҙар ойоштрола. Унда воркаут ойошмаһын тергеҙеү, шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар төҙөү тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Был ни өсөн кәрәк? Үткән йыл Йәштәр сәйәсәте һәс спорт министрлығы тарафынан социаль тикшереү үткәрелде. Һөҙөмтәлә күптәрҙең финанс мөмкинлеге булмау сәбәпле, ҡалаларҙа балаларҙың тик 3 проценты ғына фитнес үҙәктәргә йөрөүе асыҡланған. Ошондай воркаут майҙансыҡтары асҡанда, бушлай күнекмәләр ойошторорға була. Йәштәр, үҫмерҙәр насар юлға баҫмаһын өсөн был эш бик мөһим.
- Төп маҡсатығыҙ ниндәй?
- Был сара сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалауга арналган.Төп маҡсат - ҡалаларҙа воркаут ойошмалары төҙөп, киләсәктә төрлө фестивалдәрҙә, чемпионаттарҙа ҡатнашырға атлеттар әҙерләү. Йәштәр, балалар,үҫмерҙәр араһында эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәрҙе бөтөрөр өсөн үҙебеҙҙең миҫал, өлгө менән йәштәрҙе айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа саҡырабыҙ. Киләсәктә беҙҙең төбәк, ил, донъя сәләмәт юл һайлаһын өсөн. Ул Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрылығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта мәғлүмәти һуғыш бара. Телевидение, интернет аша балаларға хәмер эсеү, тәмәке тартыу пропагандаһы алып барыла. Рәсәйҙә эскелектән йылына 700 мең кеше һәләк була, тәмәкенән - 400 мең, легаль булмаған наркотикатарҙан - 100 мең. Шуға күрә беҙ айыҡ тормош өсөн көрәш алып барабыҙ һәм беҙҙең юлды дауам итеүселәр булырына ышанабыҙ.
- Ҡайһы ҡалаларҙа булдығыҙ?
- Беренсе ҡала – Межгорье, унан Белорет, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертауҙа ла булдыҡ, бына Мәләүез ҡалаһында. Беҙҙең төркөмдә биш воркаут атлеты һәм мин лекция уҡыйым. Һәр ҡалала иң башта лекция уҙғарыла, видеороликтар күрһәтелә, аҙаҡ егеттәр воркаут буйынса мастер-класс күрһәтә, балалар менән бергә фотосессия үтә.
-Киләсәккә ниндәй пландар?
- Башҡортостан воркауты федерацияһын республикабыҙҙа үҫтереү, нығытыу һәм донъя кимәленә сығарыу.
- Шөғөлләнергә теләүселәр һеҙҙең менән нисек бәйләнешкә инә ала?
- Бәйләнеш селтәрендә Башҡортостан воркаут официаль төркөмөнә инеп, түбәндәге һылтанма буйынса https://vk.com/bashworkout таба алалар. Һәр теләгән кеше шөғөлләнә ала.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, киләсәктә уңыштар һәм яңы үрҙәр юлдаш булһын!
Һүрәттә: Роберт Дәүләтшин менән интервью.
Автор фотоһы.
Читайте нас: