“Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында” Башҡортостан Законына ярашлы, вәкил Рәсәй, сит ил граждандарының һәм гражданлығы булмағандарҙың республикала хоҡуғы һәм ирке боҙолоуы, дәүләт, урындағы үҙ идаралыҡ органдарының, вазифалы кешеләрҙең ҡарары йәки эше (эшләмәүе) тураһында ялыуҙарҙы тикшерә.
Ялыуҙа мөрәжәғәт итеүсенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, адресы, хоҡуғын һәм иркен боҙған ҡарар йәки эш (эшләмәү) тураһында яҙыу булырға тейеш. Шулай уҡ ялыу буйынса суд һәм административ тәртиптә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың күсермәләре лә булыуы мотлаҡ.
Дәүләт, суд, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙары күсермәләрен беркетеүҙе индергән был закон хоҡуҡты тиҙерәк тергеҙеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Закон ялыу яҙғанда уның йөкмәткеһенә ҡағылышлы юридик формаллек үтәүҙе талап итмәй.
Граждандар Кеше хоҡуғы буйынса вәкилгә торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағылышлы һорау, хеҙмәт (шул иҫәптән эш хаҡын түләмәү буйынса), пенсия һәм торлаҡҡа конституция хоҡуҡтары, хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа органдарҙың эшенә ризаһыҙлыҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Ялыуҙы 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса бирергә. Ошо уҡ адрес буйынса һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә ҡабул итеү ойошторола. Уға айҙың тәүге көнөндә (347) 280-85-37 телефоны буйынса, датаһын билдәләп, алдан яҙылырға.
Вәкиллек аппараты белгестәре аҙна һайын шишәмбелә Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Хоҡуҡты һәм иректе яҡлау буйынса консультацияны эш көнөндә көн һайын иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем һәм 2-нән киске 6-ға тиклем телефон аша аппарат белгестәренән ала алаһығыҙ.
Телефондар: Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил - (347) 280-85-37.
Ҡабул итеү: (347) 280-85-37.
Бүлек мөдире: (347) 280-88-51.
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең Мәләүез районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһына район Советы юрисы Светлана Ринат ҡыҙы Алтаева тәғәйенләнде. Ул һәр шаршамбы көндөҙгө 2-нән 4-кә тиклем район Хакимиәтенең II корпусында (207-се бүлмә) ҡабул итә.