Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 11:50

“Көнгәк” дуҫтарын йыйҙы

Район-ҡалабыҙҙың берҙән-бер милли баҫмаһы “Көнгәк” дуҫтарын редакцияла ҡунаҡҡа йыйып, осрашыу байрамы үткәрҙе.

Район-ҡалабыҙҙың берҙән-бер милли баҫмаһы “Көнгәк” дуҫтарын редакцияла ҡунаҡҡа йыйып, осрашыу байрамы үткәрҙе. Килгән һәр кеше гәзиткә 50 һум ташлама менән яҙылды, приз отто, иҫтәлеккә фотоға төштө, хәбәрселәр менән аралашты, тәмлекәстәр менән сәй эсеп, өҫтәл артында ҡыҙыҡлы уйын-конкурстарҙа ҡатнашты, һәүәҫкәр артистар сығыштарын ҡараны. Ҡунаҡтар араһында музыка ҡоралында уйнаусылар, йырлаусылар, гармун көйөнә бейеүселәр ҙә булды. Йыр-моң һөйөүселәргә күркәм тамаша бүләк иткән Фәнис Бикташевҡа, Гөлсәсәк Солтанғоловаға, Нурия Зәйнетдиноваға, Рәзилә Ҡотлогилдинаға, “Йәйғор” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле солистарына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Был сараға күптәрҙең битараф ҡалмауы ҡыуандырҙы. Рухи аҙыҡ һәр кемгә ҡиммәтле һәм кәрәкле. Еңел булмаған заманда күңелде йыуатырҙай, иретерҙәй, яҡты киләсәккә өмөт һалырҙай аралашыу ҡоралы булған гәзиттең һәр өйгә “ишек шаҡыуы” мөһим. Быйыл “Көнгәк”кә 16 йәш тулды. Тимәк, баҫма менән уҡыусы араһында ныҡлы күпер һалынған. Был - көслө һәм ныҡлы бәйләнештең күрһәткесе, тип уйлағы килә. Күптәр беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ ғына түгел, яҙыусыбыҙ ҙа. Әммә йылдан-йыл гәзиткә яҙылыу һүлпәнәйә бара. Быға сәбәп күп. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйек. “Көнгәк”тең алдына ҡуйған маҡсаты менән артабан барыуын, йәшәүен теләгән дуҫтарыбыҙ бихисап. Гәзитебеҙҙе алдырған, уҡыған, шатлығын белдергән, хатта шелтәләгән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Был - йәнле һөйләшеү. Эс серҙәребеҙҙе, фекеребеҙҙе уртаҡлашабыҙ, хис-тойғоларыбыҙҙы ла белдерәбеҙ. Бөтәһе лә - тәбиғи күренеш. Баҫманың яҙмышы өсөн борсолоп ярҙам күрһәткәндәргә тик изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Айырыуса урындағы башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитетына (етәксеһе Ләлә Рафиҡова), Мөхтәр Иҫәновҡа, Юнир Кинйәбаевҡа, Фәнилә Иҫәнгилдинаға, Гөлсөм Күсмәеваға, Миләүшә Ишбулатоваға һәм башҡаларға оло рәхмәт! Сауаплы эш мең бәләнән ҡотҡарыр тигәндәр. Һәр беребеҙҙең эше уң барһын, хәйерле булһын.
“Көнгәк” гәзитендә халыҡ күңелен камиллаштырырҙай, зиһенен арттырырҙай фәһемле, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле мәҡәләләр баҫыла. Артабан да уҡыусылар өмөтөн аҡларға, йылы мөнәсәбәтте һаҡларға, тоғро дуҫтар булып ҡалырға тырышырбыҙ. Быға тиклем бергә йәшәнек, артабан да берҙәм ҡалайыҡ!
“Көнгәк”тәр.
Һүрәттә: Байрамға йәм өҫтәгән “Йәйғор” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле солистары “Көнгәк”тәр менән.
Гәзиттең баш мөхәррире Фәниә Бикмөхәмәтова әүҙем ярҙамсы Гөлсөм Күсмәеваға бүләк тапшырыу мәлендә.
Бергә сәй эсеү тәмле.
Сәкинә Кинйәбаева яратҡан гәзитенә тоғро.
Ҡотош уылы мәҙәниәт йорто мөдире Нурия Зәйнетдинова моңло тауышы менән әсир итте.
Гәзиткә яҙылыу әүҙем барҙы.
Гармунға ҡушылып йырланыҡ та, бейенек тә.
Читайте нас: