Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 13:24
Эшләй ҙә, ял итә лә беләләр
Тимер-бетон ҡоролмалар заводы ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла, “Башбетон” компанияһына ингән предприятиелар араһында үткәрелгән республика сараларында ла ҡатнашырға өлгөрә.
Тимер-бетон ҡоролмалар заводы ҡаланың йәмәғәт тормошонда ла, “Башбетон” компанияһына ингән предприятиелар араһында үткәрелгән республика сараларында ла ҡатнашырға өлгөрә.
Күптән түгел йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре Благовещенда уҙған спорт фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Был сара һигеҙенсе тапҡыр йыл һайын ойошторолоп, матур йолаға әйләнгән.
Спорт байрамында бөтәһе биш команда, “Башбетон” йәмғиәте һәм ошо компанияға ингән Благовещен, Салауат, Мәләүез ҡалаларындағы тимербетон һәм төҙөлөш ҡоролмалары заводтары хеҙмәткәрҙәре үҙ ара көс һынашты.
Еңеүсе исемен яулау өсөн хеҙмәткәрҙәр спорттың ал ты төрө буйынса көсөргәнешле ярышты. Командаларҙың береһе пляж волейболында, икенселәре мәргәнлектә, өсөнсөләре ар ҡан тартышыуҙа алдынғылыҡ яулаһа, беҙҙең завод хеҙмәткәрҙәре уларҙың бөтәһендә лә тиерлек маҡтаулы урындарға сыҡты. Мәҫәлән, пляж волейболында, арҡан тартышыуҙа беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Дартста һәм ҡулсаға туп ырғытыуҙа өсөнсөдүртенсе урын менән сикләнһәләр, хәүефһеҙлек мәктәбе буйынса икенсе урынды яуланылар. Спорт фестивале дөйөм йомғаҡтары буйынса беҙҙең команда чемпион исеменә лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә күсмә кубок Мәләүез командаһында ҡалды.
Был еңеү предприятиеның уңыштар тупланмаһын тағы ла тулыландырҙы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?