Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2018, 12:14

Сығайыҡ, йыйыштырайыҡ

Һыу - кешелектең иң ҡиммәтле ресурстарының береһе, унһыҙ кешеләрҙең дә, беҙҙе уратып алған күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының да йәшәйешен күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел.

Һыу - кешелектең иң ҡиммәтле ресурстарының береһе, унһыҙ кешеләрҙең дә, беҙҙе уратып алған күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының да йәшәйешен күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Был хазинаны беҙгә тәбиғәт биргән, тик үкенескә күрә, был байлыҡ кеше тарафынан бик үк юғары баһаланмай. Йылғалар бысрана, күлдәр ҡорой...
Ҡаланың экологик торошон яҡшыртыу маҡсатында үткән йомала “Гагарин” паркында Ҡаран йылғаһын таҙартыу маҡсатында ойошторолдо. Унда Хакимиәт, ойошма һәм предприятие етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, ҡала советы депутаттары, йәштәр сыҡты. Улар Инкубатор урамынан Ағиҙел буйына тиклем йылға буйын сүп-сарҙан, йылғаны ҡамап ятҡан ағас киҫәктәренән таҙартты.
Йыйыштырылған ярҙар, таҙарып, сафланып аҡҡан һыуҙы күреү - үҙе ҙур ҡыуаныс. Беҙҙе уратып алған мөхиттең, тәбиғәттең һаҡланыуы - кеше ҡулында һәм уның артабанғы яҙмышы киләсәк быуынға бәйле. Шуға ла уны һаҡлау, киләсәккә ҡалдырыу - беҙҙең бурыс.
Һүрәттә: өмәгә килгән һәр кем үҙ өлөшөн маҡсатлы башҡарҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: