Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2018, 13:39

Тағы ла осрашырға яҙһын

Һуңғы бер нисә йыл “Көнгәк” гәзитендә Таллы байрамын яҡтыртырға тура килде. Быйыл халыҡтың яратҡан байрамы тергеҙелгәндән һуң 17-се тапҡырүткәрелде.

Һуңғы бер нисә йыл “Көнгәк” гәзитендә Таллы байрамын яҡтыртырға тура килде. Быйыл халыҡтың яратҡан байрамы тергеҙелгәндән һуң 17-се тапҡырүткәрелде. Йылдан-йыл сараға килеүселәрҙең артыуы - үҙе үк ҡыуаныслы хәл. Тарихҡа килгәндә, 30-сы йылдарҙа бөтә яҡын-тирә ауылдарҙан йыйылыр булғандар бында. Ошо хаҡта үҙенең 80 йәшен тултырған Клара апай Фәттәхова 99 йәшкә етеп донья ҡуйған әсәһе Көнһылыуҙан ишеткән хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Элек халыҡ Таллы түбәһенә йыйылыр булған, хәҙер тау башын тапатмау маҡсатында, оло йәштәгеләрҙең һорауы буйынса был йыйын Боҫло итәгендә уҙғарыла. Имән урманы эргәһендәге яландың бер яғын Таллы тауы, икенсе яғынан Боҫло тауҙары, ҡалған тарафты йәмле Нөгөш туғайҙары биҙәй. Байрам көндә иҫ киткес тәбиғәт ҡосағына ошо төбәктә ғүмер иткәндәр ҙә, тыуған ауылын, ер-һыуын һағынғандар ҙа, ҡунаҡтар ҙа дәррәү килеп еткәйне.
Клуб мөдире Дилбәр Ғиззәтуллина етәкселегендә урындағы артистар бай йөкмәткеле концерт әҙерләгән. Йыр-бейеү менән үрелеп барған тамашала К лара Фәттәховаға, Ммиңнира Каранаеваға “Һуғыш балалары” миҙалы тапшырылды. Миңнира Сәлмән ҡыҙы үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм миҙал юллап, ауылдаштарын шатландырып йөрөгән Гөлсөм Күсмәеваға рәхмәтен белдерҙе.
“Ынйы”, “Гөлсәскә”, ”Илһам” йыр ансамблдәре сығыштары барыһына ла хуш килде. Зәйлә Әлмөхәмәтова етәкселегендәге “Илһам” ҡыҙҙарының таҡмаҡтарына бейергә төшмәгән кеше ҡалмағандыр. Мансур Хәкимов баянына ҡушылып йырлаған Мәстүрә Ҡунаҡбаева байрамға йәм өҫтәне. Рөстәм Оморҙаҡовтың башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Уралым”- халҡыбыҙҙың үткәнен, хәҙергеһен күҙ алдына баҫтырҙы. Боһорман ауылы оҫталары Флүрә менән Ғаяз Бикташевтар моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.
Яҡташ шағирҙарыбыҙ Сәлмән Яҡупов, Мәрйәм Күсмәева үҙҙәренең өр-яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Юлай Кинйәбулатов менән Дилбәр Ғиззәтуллина иҫ киткес дуэт тыуҙырҙы. Был байрамға шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары, “Йөрәк сере” республика конкурсында еңеүселәр, Әбет ауылы ҡунаҡтары Руслан һәм Гөлназ Хайсаровтар ҙа килгәйне. Башҡорт драма театры артистарының ҡотлау сәләмдәре, йырҙары бик ныҡ оҡшаны халыҡҡа.
Яҡшы хәбәрҙәр күп булды сарала. Түбәнге Таш ҡыҙы Илүзә Аҡсулпанова ла 9-сы гимназияны алтын миҙалға тамамлаған икән. Ҡыҙға киләсәктә уңыштар яулауын теләп “Берҙәм Рәсәй” бүләге тапшырылды.
Оло ҡаҙан былау бешереп, ең һыҙғанып барыһын ҡаршы алып торған Ерек ауылы старостаһы Салауат Садиҡов, ауыл активисы, балаларға төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, бүләкләп йөрөгән Таһир Күсмәев киләһе йылға ла саҡырып оҙатып ҡалды йыйындағыларҙы.
Байрамды ойоштороусыларға, уға бағымсы ярҙамы күрһәткән Ғилметдин Күсмәевҡа халыҡ сикһеҙ рәхмәтле. Осрашып, күрешеп йәшәү кешеләрҙе яҡынайта, берләштерә. Был байрам да йәштәрҙе таныштырыу, парлаштырыу сараһы булып ҡалһын, улар үҙ ерендә матур ғаилә ҡороп, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы дауам итһен. Киләһе йылда ла илдәр имен булып осрашырға насип булһын.
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Автор фотолары.
Читайте нас: