Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2018, 12:45

Ипле булһын ине ҡартлыҡ та...

Башына ололарса яулыҡ ябынып, күҙҙең яуын алып торған муйынсаҡ-беләҙектәрен тағып алған инәйгә күптән иғтибар иткәйнем.

Бер яҡта йәшәйбеҙ шикелле, юлымда йыш тап була үҙе. Осраған һайын уға һоҡланып, күңелемде матур хис-тойғоларға байытып уҙам. Беҙ, ауыл балалары, ошондай аҡ яулыҡлы, оҙон күлдәкле инәйҙәр ҡулында үҫтек бит. Өҫ-баштары ғына түгел, үҙҙәрен тотоштары ла матур ине уларҙың, ә һөйләгән һәр һүҙҙәрендә тәрән аҡыл ятҡанлығын әлеге ошо йәшем бейеклегенән ҡарап, тағы ла нығыраҡ аңлайым. Әйләнгән һайын, беҙгә, балаларға, унан инде үҫмер ҡыҙҙарға, ипле генә итеп өгөт-нәсихәт биреп ултырыуҙарын бик йыш һағынып иҫкә алам. Матур күлдәктәрен кейеп урам буйлап эркелешеп ҡунаҡҡа барыуҙарын улар күҙҙән юғалғансы, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп күҙәтә торғайным. Әле лә, ауылға ҡайтҡан саҡтарымда, уларҙың урам йәмләп үтеүҙәре күңелемде йылытҡан иң матур күренештәрҙең береһе. Бала саҡта иһә, әсәй аят уҡытырға йыйынһа, ауылдың бер осонан икенсе осона ҡунаҡ йыйырға мине сығарып ебәрә ине. Әй һағынам шул саҡтарҙы! Йүгерә-атлай яратҡан инәйҙәремдең самауырлы, ҡоймаҡ-бәлешле өйҙәренә барып инәм дә, уларҙың ихласлығына, алсаҡлығына йылынып, кеҫә тулы күстәнәстәр менән өйгә ҡайтып ауам:
- Әсәй, ауыл осондағы инәйгә әйтергә инеме ул? Өҫкө урамдағы инәй ҙә килермен, тине. Үҙебеҙҙең урамдағыларҙың барыһына ла әйттем...
- Ярай, маладис, ҡыҙым, булдырғанһың. Барыһын да саҡырырға ине.- Әсәйҙең маҡтау һүҙҙәренән ҙур эш атҡарып ҡайтҡанымды аңлап, танау сөйәм.
Әле уйлайым да, шуны аңлайым: мин инәйҙәрҙең күбеһенең исемен дә белмәгән булғанмын икән, элекке исемдәр ҡатмарлыраҡ булғанға, бала кеше, иҫемдә тота алмағанмындыр, моғайын. Шуға ла уларҙы йә көләкәс инәй, йә миңле инәй тип һөйләгәнем иҫтә. Ул инәйҙәремдең күбеһе хәҙер беҙҙең арала юҡ инде, ә шулай ҙа, күңелемдә һәр ҡайһыһына ҡарата йылы хәтирәләр һаҡлана. Урындары ожмахта булһын инәйҙәремдең, иҫәндәре иһә ауылымдың йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәй бирһендәр ине.
Әле ҡаланың таш йорттары, бөтмәҫ шау-шыу солғанышында күңел һаман ауылға тартым күренештәр эҙләй, ауылса ихласлыҡ, алсаҡлыҡ көҫәй. Шуғалыр ҙа, урамға сыҡҡан һайын ығы-зығы, битараф йөҙҙәр араһынан теге матур инәйемде эҙләйем. Уның менән саҡ ҡына булһа ла һөйләшеп, оло кеше ауыҙынан ололар һүҙен ишетеп күңелемде имләгем, тап булышҡан саҡтарҙа, үҙебеҙсә, саф башҡортса иҫәнләшеп уҙғым килә. Кем белә, олоғайған кеше, бәлки ул да иғтибарға мохтаждыр...
Йома көн ине. Ҡаршыма атлаған инәйгә йылмайып, үҙен ҡосоп алырҙай булып киләм. Хәйер биреп, саҡ ҡына аралашып китеү ниәте менән туҡтаттым уны. Һаумыһығыҙ, инәй, бик йыш осратам үҙегеҙҙе урамда, бер яҡта йәшәйбеҙ, шикелле, тим. Ул шаҡ ҡатып миңә ҡарап тора. Бер һүҙ өндәшмәй үҙе. Артабан әңгәмә ялғанмаҫын самалап өлгөргән мин, уңайһыҙланыбыраҡ китеп:
- Ололарса матур итеп кейенеп, ҡалабыҙҙың күрке булып йөрөйһөгөҙ, - тип һөйләнә-һөйләнә, хәйер бирмәксе булып, сумкамдан көшөлөк эҙләйем.
Шаҡ ҡатып торған еренән, һис көтмәгәндә, әлеге инәйем, ҡыҙып-ҡыҙып мине әрләргә тотона:
- Нисек итеп һин, бер белмәгән кеше, минең өҫтөмә шундай һүҙҙәр әйтеп тораһың? Күҙ тейер тип уйламайһыңмы? Мин бөтөнләй яратмайым ундайҙы!
- Күҙ теймәһен, инәй,- тигән һүҙҙәремде тыңлап та тормай артабан китеп барҙы.Үҙемдең инәйҙәремдән, мәрйен-беләҙек кеүек биҙәүестәрҙе матурлыҡ өсөн генә түгел, күҙ теймәһен өсөн дә тағалар, кешенең күҙе иң тәүҙә ана шул биҙәүестәргә төшә лә, кеше күҙлекмәй, тигәнде ишеткәнем бар ине, юғиһә. Күңелемдең аҫты-өҫкә килде. Әллә ниндәй насарлыҡ ҡылып, өҫтөмә ҙур ғәйеп алған кешеләй булдым. Байтаҡ ваҡыт тыныслана алмай йөрөнөм.
Ололар ауыҙынан йыш ҡына, йәштәр тәртипһеҙ, аҡылһыҙ, тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ысынлап та йәштәр тәртипһеҙ, ә ололар барыһы ла тәртиплеме икән? Бында уйланырға урын бар, минеңсә.
...Ни генә булһа ла, үҙебеҙгә аҡ яулыҡлы ғына түгел, аҡ күңелле инәйҙәр булып ҡартайырға яҙһын ине, тим. Урамды йәмләп йөрөр өсөн генә түгел, кеше күңелдәрен имләп йәшәр өсөн...
Читайте нас: