Сарала дәүләт власы органдары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙә халыҡ бер-береһенә толерантлы, милләт-ара, конфессия-ара өлкәһендәге хәл ыңғай баһалана.
Комиссия рәйесе Геннадий Шлычков сығышында төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәгән район биләмәһендә милләт татыулығы, дини ойошмалар эшмәкәрлеген яҡтыртты. Районда ошо йүнәлештә саралар ойошторола, йәштәр менән эш алып барыла, тәжрибә башҡалар өсөн өлгө булырлыҡ.
Беҙҙә дини ойошмалар, конфессиялар араһында аңлашыу теле табылған. Имам-мөхтәсиб Рәфис хәҙрәт яҡынлашып килгән байрамда ҡорбан салыу тәртибе һәм ветеринария хеҙмәте тарафынан ҡуйылған талаптар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был һуңғы йылдарҙа республика биләмәһенә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатынан эшләнә.
Район-ҡала ветеринария станцияһы начальнигы Сергей Ковалец яҡын төбәктәрҙән республика биләмәһенә ветеринар документһыҙ мал индергән осраҡта, хужалыҡ, шәхси эшҡыуарҙарға яуаплылыҡтың етди икәнлеген иҫкәртте. Ошондай юл менән Туймазы районында социаль-иҡтисади үҫешкә һиҙелерлек зыян килтергән ящур ауырыуы эҙемтәләрен дә хәтергә төшөрҙө. “Районда Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы һымаҡ Ҡорбан салыу үҙәге булдырғанда, яҡшы булыр ине, - тигән тәҡдимде яҡтыртты.
21 августа хәүефһеҙлеген күҙәтеү маҡсатында халыҡ күп йыйылған урындарҙа тәртип һаҡлау органдары эшләйәсәк.
Экстремизм осрағын булдырмау, миграция торошо - көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе. Был темаға ла сығыш яңғыраны.
Комиссияға мәсет төҙөү, ерҙе рәсмиләштереүгә ғариза менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауы тикшерелде һәм ҡарар ҡабул ителде.
Районда 21 мосолман ойошмаһы, 9 сиркәү бар. Уҙған йыл Корнеевка, Иштуған, Мотай ауылдарында, ағымдағыһында Һәргәй, Дмитриевка, Арыҫлан, Ташлыкүл ауылдарында иман йорто асыу күҙалана.
Мәғариф, мәҙәниәт тармағы, Балалар-үҫмерҙәр үҙәге, Йәштәр советы тарафынан милләт-ара татыулыҡ йүнәлешенә арналған саралар даими уҙғарыла.