Татлы ризыҡтың файҙаһы хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Ул төрлө сирҙәрҙән яҡшы дауалау сараһы булып тора, ауыл хужалығында иһә тап бал ҡорттары һеркәләндереүе арҡаһында иген культуралары уңа.
Шулай ҙа, тамсылап йыйылған балдың ҡәҙерен ҡортсоноң үҙенән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр ул. Түҙемлек, оҫталыҡ талап иткән был шөғөлдөң үҙ ауырлығы, үҙ нескәлектәре бар. Кемдер ҡортсолоҡҡа заман шауҡымына эйәреп кенә тотонған булһа, Рәсүл Кинйәбаев был эшкә яйлап, күңел ҡушыуы буйынса килә. Тәүҙә ул бал ҡорттары тотҡан Линир еҙнәһенә ярҙам итеп кенә йөрөй, 2002 йылдан үҙе умартасылыҡҡа ныҡлап тотона. Ул ваҡытта ни бары 4-5 баш ҡортом бар ине, ти Рәсүл. Хәҙерге көндә иһә уларҙың һаны 40-ҡа еткән.
Балды ла баштағы йылдарҙа таныш-белештәренә генә һатҡан булһа, әлеге көндә үҙенең даими һатып алыусылары бар. Уларҙың иһә һәр ҡайһыһының үҙ талаптары. Кемгәлер мотлаҡ йүкә балы, йә ҡарабойҙай сәскәһенән генә йыйылғаны кәрәк, ҡайһылары ҡатнаш сәскә балына өҫтөнлөк бирә. Кәрәҙле бал һатып алырға теләүселәр ҙә осрай.
Шуға ла умарталарын ялан-баҫыуҙарға алып сыға, күстәрен бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтөп бал йыйҙыра икән умартасы.
Мәшәҡәтле лә, яуаплы ла был эште яңғыҙ ғына алып барыу бик ауырға тура киләлер тигән һорауыма, төп ярҙамсыларым ҡатыным һәм туғандарым, тип яуапланы Рәсүл. Балды һығып алыу менән Эльвира шөғөлләнһә, умарталарҙы күсереү кеүек эштәрҙә яҡындары булыша икән.
Рәсүл Рәжәп улы шәкәр заводында эшләп тә йөрөй, ундағы эше сезонлы булғас, яратҡан шөғөлөнә ваҡыты күберәк ҡала.
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ, уларҙы ҡарауҙың байтаҡ серҙәренә лә төшөнөргә тура килә умарта тотоусыларға. Күстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, ҡышҡылыҡҡа ябыу, ауырыуҙарын дауалау кеүек мәшәҡәттәрҙе дөрөҫ атҡарып сығыу фарыз.
Башлап киткәндә ҡыйынлыҡтар булғыланы, ти Рәсүл дә. Ул саҡтарҙа төп ярҙамды ул умартасы еҙнәһенән ала. Хәҙер иһә интернет заманы, кәрәкле мәғлүмәтте күберәк шунан табырға була.
Умартасының эше һауа торошона бәйле. Игенсе өсөн ямғырҙың ваҡытында яуып, елдең ваҡытында иҫеүе кәрәк, тигәндәй, балдың сифаты ла күп ваҡыт яҡшы һауа шарттарына, йылдың нисек килеүенә бәйле.
Нәҙекәйбилдәре хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер Рәсүл Рәжәп улына бындай эшкә тотоноу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. Сөнки бал ҡорттары тотоу бизнесҡа әйләнеп киткән, конкуренция көслө заманда, уның балын һатыу ҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыралыр тигән фекерҙәмен үҙем. Ҡортсолоҡтоң уңғанлыҡ, унан да бигерәк сабырлыҡ талап иткән шөғөл икәнен дә яҡшы беләм.
Бары тик теләк кәрәк, ти ул, һис икеләнеүһеҙ. Әлеге ауырыраҡ заманда күптәр оҙон аҡса, табыш эҙләп сит тарафҡа юлланғанда, үҙебеҙҙә лә килем килтерерҙәй шөғөлдәр табырға була, тигән фекерҙе яҡлай.
Бер күрәҙәсе: “Ҡорт бөтһә, кешелек тә бөтә”, - тигән һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. Рәсүл кеүек тырыш егеттәребеҙ булғанда, ҡорттар ҙа бөтмәҫ, кешелек тә йәшәр әле.