Конгэк
+11 °С
Ясна
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2018, 13:37
Пенсия реформаһы
Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә тормошҡа ашырылған пенсия реформаһына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Ил башлығы әйтеүенсә, ир-егет - 65, ҡатын-ҡыҙҙар 60 йәштән пенсияға сығырға тейеш. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарға айырым мөнәсәбәт булыуын белдерҙе.”Шуға күрә уларҙың пенсия йәшен 8 түгел, ә 5 йылға ғына күтәрергә тәҡдим итәм”, - тине ил етәксеһе. Рәсәй Президенты өс балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы - 3, дүрт бала тапҡандарҙы - 4 йыл алдан, биш һәм унан күберәк бала тапҡандарҙы иһә 50 йәштән ялға ебәреү яҡлы. Шулай уҡ Владимир Путин Хөкүмәткә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса махсус программаны раҫларға ҡушты. “Әгәр пенсия алды йәшендәге кеше үҙ теләге менән эштән китергә хәл иткән һәм әлегә яңы эш тапмаған икән, был осраҡта ла беҙ уның социаль гарантияларын нығытырға тейешбеҙ. Шуға бәйле пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләмен ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа - 2019 йылдың 1 ғинуарынан 11 мең 280 һумға тиклем арттырырға һәм ошондай түләү осорон бер йылға билдәләргә тәҡдим ителә”, - тине дәүләт башлығы.
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан