ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2018, 12:35

Етди бурыстар йөкмәп

Йәйҙең һуңғы көнөндә мәләүездәр сағыу ваҡиғаның шаһиты булды.

“Бөгөн әүҙем ижад итеү, алға барыу өсөн иң яҡшы ваҡыт. Үҫеш йүнәлештәрен һайлау, идеяларҙың күплеге һәм ниәттәрҙе бойомға ашырыу юлдары, ижади көстө, талантты, фәнни һәм технологик ынтылыштарҙы ҡулланыу буйынса мөмкинлектәрҙең күплеге кешелек тарихында булғаны юҡ әле...”
(БР Башлығы Рөстәм Хәмитов Мөрәжәғәтнамәһенән).
Йәйҙең һуңғы көнөндә мәләүездәр сағыу ваҡиғаның шаһиты булды
Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың ун район-ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашлығында Ағинәйҙәр йыйыны үтте. Форумда райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ҡоролтайҙың урындағы башҡарма комитеты ағзалары, туған тел уҡытыусылары ҡатнашты.
Йыйынды район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова асты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева, яҡташ шағирыбыҙ, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков сығыш яһаны.
Бындай кимәлдәге форум республиканың төрлө төбәктәрендә үткәрелеп, йәмәғәт ойошмаһының үҙе кеүек үк, йылдан-йыл билдәлелек һәм абруй яулай бара. “Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеген бөгөнгө заманда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын танымай мөмкин түгел. Улар ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү менән генә шөғөлләнмәй, ә халҡыбыҙҙың булмышы, рухиәте, көнкүреше буйынса йәш быуынға тәрбиә биреү, асылыбыҙға ҡайтарыу буйынса ла баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Һүрәттәрҙә: Байрамға килгән һәр кем ҡороттан ауыҙ итте, мәләүездәр ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алды.
Автор фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 72-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: