Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында бронетанк һәм механизация ғәскәрҙәренең ҡаҙаныштарын билдәләү. Редакция яғына һуҡмаҡты һыуытмаған, ҡаланың 4-се мәктәбендә уҡыусыларға информатика фәнен күндергән Риф Маннанов та заманында танкист булып әрме һурпаһын татый. Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы егетенә Өфөләге данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия - интернатында уҡып сыҡҡас, Приморье крайында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килә.