Әлеге ваҡытта комбинатта 320 кеше эшләй. Тарихы 1936 йылдан башлана. Төбәктә был тәүге эре сәнәғәт предприятиеһы була. Бөгөн иһә “Һөт индустрияһы” халыҡ-ара форумының, “Алтын көҙ” бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең гран-прийына, алтын миҙалдарына лайыҡ булған комбинат Рәсәйҙең һөт баҙарында республика данын лайыҡлы яҡлай, хаҡлы рәүештә “Рәсәй һөт продукты сифаты традицияларын һаҡлағаны өсөн” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнгән.