Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2018, 16:22

Ҡала көнө

Бай тарихы һәм матур традициялары, төрлө милләт халҡының дуҫлығы, хеҙмәте менән һуғарылған был байрамда ҡала халҡы әүҙем ҡатнашты.

Халыҡ йәшел майҙансыҡтарҙа ауыл советтары биләмәләре әҙерләгән милли сығыштарҙы ҡараны, аш-һыуҙарын тәмләне, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, ауыл хужалығы йәрминкәһендә, ваҡ-төйәк һатылған баҙарҙа үҙҙәренә кәрәкле әйбер һатып алды.
Бына төрлө костюмдары менән сағыу төҫтәргә биҙәгән үҙешмәкәр артистарҙың саҡырыуы аҫтында, байрамда тәбрикләү һүҙҙәрен еткерергә мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡала етәкселеге махсус сәхнәгә күтәрелде. Сәләмләү һүҙе менән район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов, Ҡырым республикаһының Белогорск муниципаль ҡала биләмәһе башлығы Станислав Крыжановский мәләүездәрҙе ҡаланың юбилейы менән ҡотланы.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 75-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: