Байрам көнөндә үҙәк майҙанда, ҡала мәҙәниәт һарайы алдында, “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында төрлө йәштәгеләр өсөн күңел асыу саралары, спорт ярыштары үткәрелде, балалар аттракциондары, сауҙа рәттәре эшләне. Ҡала халҡының тыуған ере менән ғорурланырлыҡ уңыштары, ҡаҙаныштары байтаҡ, шуға ла байрамдың башынан аҙағына тиклем күтәренке рух мөхите урынлашты.