Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2018, 13:07

Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек

ИҒТИБАР: ЯҢЫ КОНКУРС!

Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!
Киләсәктә Мәләүезде нисек итеп күрәһегеҙ? Кемдер, бәлки, яңы проспект барлыҡҡа килеүен күҙаллайҙыр. Икенселәр скверҙар, парктар төҙөлөүен, билдәле шәхестәр иҫтәлегенә һәйкәлдәр урынлаштырылыуын теләйҙер. Ғөмүмән, кем тыуған төйәкте нисек матурлар, йәмләр ине? Ҡала көнө айҡанлы һәм Республика көнөн ҡаршылап, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында “Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!” исемле яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Үҙегеҙҙең хыялығыҙҙа йөрөткән ҡала проекты тураһында 1-1,5 баҫма бит күләмендә яҙып ебәрегеҙ.
Конкурсҡа йомғаҡ 11 октябрь алдынан яһала. Еңеүсегә ярты йылға “Көнгәк” гәзитенә квитанция бүләк итәбеҙ.
“Көнгәк” гәзите редакцияһы.
Читайте нас: