ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 05:00

"Көнгәк" - иң шәп бүләк

Һеҙҙең тел шул тиклем күркәм, аһәңле, ысын мәғәнәһендә шиғыр һымаҡ яңғырай.

Йәйгеһен күрше Татарстан Республикаһында ял итергә тура килде. “Йортоңдағын күршеңдән һора” тигән мәҡәлдең дөрөҫкә тура килеүен ошонда ныҡлап аңланым. Баҡтиһәң, беҙҙәге бөтә яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар икән ут күршеләребеҙ. Яҡташтарым ошондағы төҙөлөш, шәхси һаҡ, сауҙа тармағында ла вахта ысулы менән күпләп эшләй.
Беҙҙә татар телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы күпләп уҡыһалар, улар, киреһенсә, башҡорт телендәгеләренә өҫтөнлөк бирә. Ғаилә ҡороп, ошонда йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ күп, улар башҡортса саралар ойоштора, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй.
Нимәгә иғтибар иттем: аҙна аҙағы етһә, инде 70-80-гә еткән атай- әсәһен балалары үҙҙәренә ҡалаға ҡунаҡҡа алып ҡайта, театр- киноларға йөрөтә, ҡала менән таныштыра. Быны улар ихлас, ысын күңелдән башҡара, тегеләре өйрәнеп бөткән күрәһең, ниндәй спектакль, концертҡа билетҡа алдан заказ биреп ҡуя. Оло йәштәгеләр пенсияла бәхетле ғүмер итә: ҡаланыҡыларға кәрәк тип, мал аҫрамай, ҡош-ҡорт артынан йүгермәй, баҡса тултырып картуф сәсмәй, сөнки балалары кәрәк аҙыҡ-түлек менән уларҙы тулыһынса тәьмин итә.
Ял йортонда бүлмәлә 78 йәшлек Әминә исемле инәй менән тура килде урыным.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 76-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: