Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2018, 12:43

Рухыбыҙ нығыныр

Башҡортостан Республикаһы Төбәк ижтимағи хәрби-илһөйәрлек клубының “Яугир” ойошмаһы егеттәре, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы тергеҙеп, ҡала мәҙәниәт һарайында йәштәрҙе йыйҙы, халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, уйындарын ойошторҙо.

Ҡалабыҙҙа 90-сы йылдарҙа йәштәргә күңел асыу, аралашыу, танышыу урыны “Ритайым” булған. Башҡортостан Республикаһы Төбәк ижтимағи хәрби-илһөйәрлек клубының “Яугир” ойошмаһы егеттәре, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы тергеҙеп, ҡала мәҙәниәт һарайында йәштәрҙе йыйҙы, халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, уйындарын ойошторҙо. Ошо сара буйынса “Яугир” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Эдуард ИСМӘҒИЛЕВ менән әңгәмәләштек.
- Ни өсөн “Ритайым”ды яңынан тергеҙергә уйланығыҙ?
- Башҡорт йәштәре өсөн туҡһанынсы йылдарҙа "Ритайым" кисәһе бик ҡыҙыҡлы һәм дәртле сара ине. Уны сәнғәт эшмәкәре Фәүзи Сафин башлап ебәрҙе. Кисәлә башҡорттар ғына түгел, ә башҡа милләт вәкилдәре лә ҡатнаша ине. Ул быуын йәштәре уға бик рәхмәтле, сөнки "Ритайым"да күптәр табышып ҡауышты, башҡорт ғаиләләре ҡоролдо, дуҫтар ишәйҙе. Әлеге көндә ҡалабыҙҙа, районыбыҙҙа ошондай сараларҙы халыҡ һағынған, милли моң-бейеүгә һыуһаған. Бигерәк тә замана кешеһенә аралышыу, танышыу мотлаҡ, сөнки "онлайн" иптәштәр менән ысын дуҫтарҙың айырмаһы ҙур. Яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса "Яугир" ойошмаһы, әлбиттә, Мәләүез район Хакимиәте менән берлектә башҡорт йәштәре өсөн "Ритайым-2018" миҙгелен асырға булды. Кисәне аҙнаның һәр кесе йомаһында үткәрергә уйлайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 78-се һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: