ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2018, 17:00

"Уйна гармун, һөйөклөм!"

“Уйна гармун, һөйөклөм!” телетапшырыуын яратҡандар тиҙҙән яҡташыбыҙ Рафаэль Насировты үҙәк телевидениеларҙың береһенән ҡарай ала.

“Уйна гармун, һөйөклөм!” телетапшырыуын яратҡандар тиҙҙән яҡташыбыҙ Рафаэль Насировты үҙәк телевидениеларҙың береһенән ҡарай ала.
Күптән түгел Рафаэль Зиннур улы, Күмертауҙа үткән “Казачий спас” IV төбәк-ара фестивале сиктәрендә үткән гармунсылар һәм халыҡ ижади коллективтары конкурсында ҡатнашып, уның һайлап алыу турын уңышлы үтә. Һөҙөмтәлә программаға төшөргә насип була уға.
Билдәле булыуынса, тапшырыуҙың ижади коллективы Рәсәй буйлап халыҡ көйҙәрен башҡарыусыларҙы, үҙешмәкәр талант эйәләрен табып, үҙәк телевидениенан күрһәтә. Уның геройҙары башлыса - гармунсылар, таҡмаҡ әйтеүселәр, бейеүселәр.
Анастасия һәм Захар Заволокиндарҙың легендар телетапшырыуында яҡташыбыҙ “Ауыл көйө”н һәм “Ҡоштар кеүек” көйҙәрен гармунда уйнаясаҡ. Баш ҡала ҡунаҡтарын шулай уҡ Рафаэль Насировтың ағасты һырлап яһаған картиналары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Һүрәттә: Рафаэль Насиров халыҡ көйҙәрен яратып башҡара.
Автор фотоһы.
Читайте нас: